30 июль, Ибрай моделле китапханаһы ” Нимә һуң дуҫлыҡ? ” исемле сара ойошторҙо.
Дуҫ булыуҙың бер нисә шарты бар.
Иң беренсе шарт – дуҫҡа баш булмау.
Дуҫҡа баш булмайҙар, иш булалар, ти халыҡ мәҡәле.
Дуҫлыҡ – ул фекер уртаҡлығы. Әгәр дуҫыңа баш булаһың икән, һәр саҡ һинең фекерең өҫтөн булырға тейеш, тигән һүҙ. Ул саҡта кем менән кәңәшләшерһең, кем һүҙенә ҡолаҡ һалырһың? Үҙеңде дуҫыңа ҡарағанда аҡыллыраҡ тип иҫәпләй башланыңмы – дуҫлыҡ боҙола. Тормошта хәл итәһе мәсьәләләр аҙым һайын осрай тора. Береһен хәл иткәндә һин хаҡлы булһаң, икенсеһендә – дуҫың фекере дөрөҫ булыр. Шуның өсөн кәрәк тә инде дуҫ.
Икенсе шарт – үҙ хатаңды таныу, кешене ғәйепләмәү. Хаҡты ла, нахаҡты ла уртаҡлашыу
Өсөнсөһө – холҡоңда шапыртып ебәреү, хәйләләү, юхалау, оторға тырышыу кеүек ғәҙәттәрең булһа ла, дуҫыңа ҡарата был сараларҙы ҡулланмау, таҙа намыҫлы булып ҡалыу. Хәйлә – дуҫлыҡты ҡаҡшата, юҡҡа сығара.
Дүртенсеһе – дуҫ ғәйебен һөйләмәү. Дуҫыңдың холоҡ- феғелен иҫәпкә алып, уйын тура килтереп үҙенә әйтеү.
Бишенсеһе – кеше алдында дуҫты кәмһетеп, үзеңде аҡыллы күрһәтергә тырышмау.
Алтынсыһы – бер яҡлы ғына ярҙам көтмәү. Бер нәмәгә лә мохтажы юҡ кеше булмай. Ярҙамлашыу һәр саҡ ике яҡлы була барырға тейеш.
Етенсеһе – дуҫың уңышынан көнләшмәү. Дуҫтың да, башҡаларҙың дә уңышы бер ваҡытта ла көнсөллөк түгел, ә сәм уятырға тейеш. Сәм генә кешене алға тарта, көнләшеү кирегә этәрә.
Шулай итеп,
Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләйек:
Дәүерҙәр үткән һайын
Ер яҙмышын уртаҡлашыр
Дуҫтар табыуы ҡыйын.
Мәүлит Ямалетдин.
Дуҫлыҡ – бер- береңә ышаныс ул.