3 июль, Ибрай моделле китапханаһында,балаларға ” Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?” исемле сара үтте. Был сара уйын формаһында уҙғарылды.
Сараның маҡсаты: балаларҙың юл йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, юлда иғтибарлы булырға тәрбиәләү
Әҙәм балаһының тормошо бихисап юлдарҙан тора. Уйҙың иге- сиге булмаған кеүек, уларҙың дә осо- ҡырыйы юҡ. Туралары, урауҙары, уңғаны- уңмағандары бар.
Юлға сыҡмай ҙа тороп булмай шул. Ҡайҙа ғына барһаң да, ниндәй маҡсат менән сыҡһаң да, имен-һау өйөңә ҡайтып инеү – оло бәхет.
Хәҙер автомобиль заманы.
Транспорт күп булғанлыҡтан, уларҙың хәрәкәтен тәртипкә һалырға кәрәк. 1994 йылдан беҙҙең илдә халыҡ- ара юл йөрөү ҡәғиҙәләре индерелгән. Барлыҡ машина йөрөтөүселәр уларҙы өйрәнәләр һәм ҡулланалар. Был ҡағиҙәләр боҙолған осраҡта төрлө юл һәләкәттәре була, машиналар ватыла, иң аянысы кешеләр имгәнә. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш, сөнки йыш ҡына улар ғәйебе менән юлдарҙа төрлө фажиғәләр була. Уларҙа күбеһенсә балалар үлә, имгәнә, ғәрип ҡала. Был – бик ҡыҙғаныс, ауыр хәл.
Балалар һорауҙарға яуаптар бирҙе. Улар юл ҡағиҙәләренең бер нисә төркөмгә бүленеүен белделәр. Сараны юл ҡағиҙәләренә арналған уйындар дауам итте. Бына улар: ” Ярай, ярамай”, “Кәрәкле тамғаларҙы тап”, домино уйында бер иш тамғаларҙы тап” һ.б.
Белемдәрен тикшерер өсөн балалар тест һорауҙарына ла яуап бирҙеләр. Сергей Волковтың “Правила дорожного движения” исемле китабы менән таныштылар.
Халҡыбыҙҙа юлда йөрөүселәрга ҡарата әйтелгән мәҡәл- әйтемдәр ҙә бар. Уларҙың ҡайһы берҙәрен иҫкә төшөрҙөк: “Юл ҡазаһы, күр ғазабын”, ” Тише едешь, дальше будешь”, “Урау булһала, юл яҡшы”.
Балалар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлектәрен булдырмайыҡ! Ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ, юлдарҙа иғтибарлы, йәйәүлеләргә ҡарата хөрмәтле булығыҙ.