Ауылға ҡайтып төштө лә
Уликанов Рамаҙан.
Матур бер эш эшләп ҡуйҙы
Бар халыҡ хайран ҡалған!
Ҡабра тауҙың иң түренә
Ултыртып ҡуйҙы көмбәҙ.
Алла бирһә, был көмбәҙгә
Ҡасан ғына, кем килмәҫ?!
“Сәңгелдәк” булыр исеме
Килһен бәхетле парҙар
Бында юлдар һыуынмаһын
Яуып торһа ла ҡарҙар.
“Сәңгелдәк”тең матурлығын
Боҙмаһын насар ҡулдар
Ауылыбыҙҙың күрке итеп
Һаҡлайыҡ оҙаҡ йылдар.
Көмбәҙебеҙ ябай түгел,
Исеме бар – ” Сәңгелдәк”.
Торһон көмбәҙ ауыл өсөн
Иман именлек теләп!
( Мырҙабаева Асия, Уликанов Тәнзилә)

18 июль, Ибрай мәҙәниәт йортонда, сәңгелдәктең юбилейына ( төҙөлгәненә – 10 йыл) арналған “Тыуған ауылым күңелем сәңгелдәге” исемле сара уҙҙы. Сара “Һүрәм” халыҡ фольклор ансамбле башҡарыуында йыр менән башланды. Артабан һүҙҙе ошо сәңгелдәкте уйлап сығарыусы Уликанов Рамаҙан ағай алды. Ул “Сәңгелдәк”тең тарихын иҫкә төшөрҙө, уны эшләүҙә ярҙам итеүсе ауылдаштарғә, айырыуса йәштәргә рәхмәт әйтте. Ул тағы ла тамашасыларға үҙенең викторина һорауҙарын бирҙе. Шулай уҡ был сарала Уликанов Миңзаман ағай ҙа ҡатнашты. Ул ҡыҫҡаса ауылдың шәхестәрен, арҙаҡлы ауылдаштарын атаны һәм ошо кешеләр тураһында китап сығарыуын әйтеп үтте. Ауыл китапханаһына үҙенең “МИНең ЗАМАН” исемле брошюраһын тапшырҙы.
Мәҙәниәт йортоноң фоеһында, ауылыбыҙҙан сыҡҡан яҙыусыларҙың китаптарынан һәм альбомдарҙан эшләнгән күргәҙмә ойошторолдо.
Сараның икенсе өлөшөн тыуған яҡҡа арналған шиғыр конкурсы дауам итте. Конкурсты башлап ебәрҙе Күсәрбаева Зилиә, ауылдашыбыҙ Рамаҙан Ҡолмөхәмәтовтың шиғыры менән. Ә Хасанова Рәшиҙә апай үҙе яҙған “Ҡабра тау” исемле шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ Мырҙабаева Асия апайҙың яҙған шиғыры тамашасыларҙың күңеленә хуп килде.
Байрам концертһыҙ буламы ни!?
Кулгарина Нурзиләнең дәртле бейеүен, Иҫәнсурин Асҡарҙың халыҡ йыры “Ильяс”ты халыҡ яратып, алҡышлап ҡабул итте.
Туйҙарҙа “Сәңгелдәк” янына сыҡҡан йәштәр мөхәббәт йоҙаҡтары элһен, “Сәңгелдәк” мөхәббәт һәм ғаилә символы булып ҡалһын, изге уйҙар менән генә тауға күтәрелергә булһын. “Сәңгелдәк”тең киләһе юбилейҙарын да билдәләргә насип итһен!