Тап шундай исем менән Байдәүләт ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте.Мостай Кәрим донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индергән, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәргән шағир ул.Халыҡ шағирының тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды.Ибрай урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары етәкселәре Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы hәм дә шағир ижадына битараф булмаусылар йыйылды.М.Кәримдең шиғырҙары яңғыраны.Шағир һүҙҙәренә яҙылған “Уҡытыусыма” йырын Әлфиә Мырҙабаева hәм “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” йыры байрамға йәм өҫтәне. Мостай Кәрим китаптарынан күргәҙмә лә ойошторолғайны.Әйе, беҙ Мостай Кәрим шиғырҙары менән, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы тыңлап үҫтек. Һәм әле лә ул беҙҙең күңелдәрҙә, шиғырҙарҙың һәр юлы беҙҙең хәтерҙә. Рәхмәт һиңә, шағир, ижадың өсөн, үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырғаның өсөн!