Ейәнсура районында бренд саралары бәйгеһе тамамланыуға бара. Бөгөн уның сираттағыһы Байдәүләт биләмәһендә үтте.

“Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!” тип исемләнгән сарала иң изге һөнәр эйәләренә – икмәк үҫтереүселәргә дан йырланды. Чапаев исемендәге колхоз, “Нива”, “Ирек”, “Зенит” – биләмә ауылдарындағы хужалыҡтар нисек кенә аталмаһын, бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡалған. Ул да булһа егәрле, тырыш хеҙмәтсәндәрҙең тыуған еренә тоғролоғо, ауыр, әммә бик кәрәкле һөнәрҙә фиҙаҡәрлеге.

Биләмә хужалыҡтарында төрлө йылдарҙа, төрлө вазифала эшләгән Марат Түләбаев, Минзаман Уликанов, Миңнийәр Хужәхмәтов, Ришат Мәҡсүтов, Ғөбәйтулла Иҫәнсурин, Зәкир Ҡолмөхәмәтов, Флүр Мәсәғүтов һәм башҡаларҙың ҡунаҡҡа саҡырылыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Ә Һүрәм буйы таланттарының сығыштары уға сағыулыҡ өҫтәне. Ибрай мәктәбе уҡыусыларының бейеүе тағы ла сараға дәрт, дарман өҫтәне.
Биләмәнең һәр ауылы төрлө йылдарҙа алдынғылыҡты бирмәгән комбайнер һәм механизаторҙарға арналған күргәҙмәләр әҙерләгәйне. Ә өҫтәлдәр иһә ауыл кешеһенең хәләл көсө менән табылған мул ризыҡтан һығылды.Ибрай ауылының “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалмаған – мул уңыштан матур күргәҙмә ҡуйғандар.