Әсә күңелен дала, тиҙәр,
Ул илаһи киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур маҡсатҡа
Аҡ юлдары донъяла!
Илебеҙҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе Әсә көнө билдәләнә. Был көн иң бөйөк һәм изге зат- әсәләргә оло хөрмәт йөҙөнән булдырылған. Ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында, тиҙәр. Әсә наҙы, әсә һөйөүе бар нәмәнән дә өҫтөн, һәр нәмәнән ҡәҙерле. Әсәлек – оло яуаплылыҡ та, изге бурыс та.
Әсәләр көнөн, Ибрай моделе китапханасыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Ибрай мәҙәниәт йортонда ” Әсәйҙәр донъя биҙәге” исемле ял итеү кисәһе итеп үткәрҙе. Байрамды китапханасы Абдулхаҡ Игебаевтың “Әсә күңеле” шиғыры менән асып ебәрҙе һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Шулай уҡ кисәлә Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина ла ҡатнашты. Ул үҙенең матур шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Артабан сараны сәй табыны артында тәмлекәстәр менән сәй эсеү, йырҙар йырланылар, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, күңелле аралашыуҙар менән дауам иттеләр.