3 декабрь, Ибрай моделе китапханасыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Изгелек эшлә” акцияһына ҡушылды. Ибрай ауылында тыуып үҫкән һәм йәшәгән Аралбаева Ленизаға – “Вяжем крючком”, ә Тоҡомбәтов Айнурға – “Сканворды” исемле журналдарға яҙылып, ҡулдарына квитанцияларын тапшырҙыҡ. Был акция Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналды. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҙҙәрен мәхрүм итеп тоймаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын дә эшләү – һәр кемдең бурысы. Тик беҙҙең ярҙам итергә әҙерлегебеҙ, хәстәрлегебеҙ һәм иғтибарыбыҙ ғына уларға бирешмәҫкә, үҙ көсөнә ышанырға һәм тормошта лайыҡлы урын табырға ярҙам итәсәк.
Беҙҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж булғандар тураһында онотмайыҡ, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә изге эштәребеҙ, йылы һүҙебеҙ менән ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итәйек. Барығыҙға ла тыныслыҡ, именлек, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ.