18 июнь, Ибрай моделле китапханасыһы, мәктәп янында лагерға йөрөгән балаларға “Милли батырыбыҙ – Салауат Юлаев” исемле тарихи сәғәте үткәрҙе.
Быйыл башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулды.
Салауат Юлаев… Халҡыбыҙ күңелендә урын алған иң бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө, милләтебеҙҙең рухи ҡаһарманлыҡ символы. Быуаттар аша ла милләтте берләштерер ил азаматы ул Салауат!
Уның образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар.Унын исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донец, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә. “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.
Китапханасы балаларҙы Салауат Юлаевтың биографияһы, ижады, батырлығы тураһында һөйләп үтте. Уның бер-нисә шиғырын яттан һөйләүселәр ҙа булды. Сара барышында балалар батырға арналған викторина һорауҙарына ла яуап бирҙеләр.
Шулай уҡ балалар “Милли батырыбыҙ – Салауат Юлаев” исемле китаптар күргәҙмәһе менән таныштылар. Хатта улар баштарына ҡамсат бүрек кейеп, ” Беҙ, Салауат Юлаев!”булабыҙ тинеләр. Сараны Ҡолғарин Азамат ағайҙың Салауат Юлаев яҙған “Уҡ” шиғырын яттан һөйләүе, тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә шағир, полководец, үҙ иңендә халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡортарҙың азатлыҡ һөйөүе рухын йөрөткән буйһонмаҫ батыр булып һаҡлана.