19 июнь, Ибрай моделле китапханаһында, бәләкәс ҡыҙҙар өсөн туҡыманан ҡурсаҡ эшләү буйынса мастер- класс үтте. Уны Ибрай мәктәбендә уҡытҡан, хеҙмәт уҡытыусыһы, Альмира Зәкир ҡыҙы Киреева ойошторҙо.
Балаларҙы кескәй саҡтан уҡ уйынсыҡтар менән уйнатып үҫтереү мөһим. Әлбиттә, улар сифатлы, тәбиғи туҡымаларҙан эшләнгән булыуы мотлаҡ.
Уйын балалар тормошонда ҙур урын алып тора. Хәҙерге заман уйынсыҡтары күплеге һәм төрлөлөгө менән айырыла. Шулай ҙа улар араһында ҡурсаҡ һаман дә ҙур әһәмиәткә эйә. Бәләкәй бала уға яҡын дуҫы итеп ҡарай, үҙенең эске донъяһына алып керә, серҙәре менән уртаҡлаша. Туҡыманан үҙ ҡулдары эшләгән ҡурсаҡтар ҡәҙерле була.