Ибрай мәҙәниәт йортонда балаларҙың шыршы байрамы күңелле һәм мауыҡтырғыс үтте! Программала төрлө уйындар, ярыштар ойошторолдо.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, бәхет һәм һаулыҡ теләнеләр. Балалар барлыҡ конкурстарҙа ла ҙур теләк менән ҡатнашты. Барлыҡ ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Һуңынан барыһы ла яратҡан Яңы йыл йырҙарына шыршы тирәләй йырланылар, бейенеләр.
Балаларға бындай күңелле һәм дәртле сараларҙы йыш ҡына үткәреп тороусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!



