2 февраль Ибрай моделле китапханаһы 3 класс уҡыусыларына “Сталинград янындағы һуғышта еңеү көнө” исемле тарихи сәғәт үткәрҙе.
Сталинград һуғышы Дондың уң ярында башлана, 2 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша, миллиондан ашыу кеше һәләк була. Ул иң ҡанлы урам һуғыштары һәм өс фронт совет һалдаттарының иҫ киткес батырлығы менән билдәләнә, немецтарҙы тетрәндерә һәм хәрби рухын ҡаҡшата. Ошо алыштан Бөйөк Ватан һуғышында үҙгәрештәр башлана!
Сталинград һуғышы 200 көндән артыҡ дауам итә – 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара. Унда бер миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була.
Сталинград һуғышында Ибрайҙан Ҡолмөхәматов Ғимран Рамаҙан улы ла ҡатнашҡан. “Сталинград өсөн һуғыш ауыр булды,- тип хәтерләй торғайны ветеран.- Үлгән һалдаттарҙы ерләү ҙә юҡ, еҫләнешеп яталар…”
– Һуғышҡа ингәндә иң алда – артиллерия, унан – танк. Танк алдынан ПТР менән беҙ. Үҙең менәң бутылка менән яғыулыҡ йөрөтәһең. Уны иң һуңғы сиктә – өҫтөңдән танк иҙеп үткәндә – ҡулланаһың, – тип хәтерләй торғайны яугир. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн – ул иҫән түгел. Әммә ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә.
Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындарған һорауҙар бирҙеләр. Китапханасы һөйләгәндәрҙе ихтибар менән тыңлап ултырҙылар. Китаптар, альбомдар, газета биттәрендә баҫылған материалдар менән таныштылар.
Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшеп, башын һалған яугир атай- олатайҙарыбыҙҙы онотмайыҡ!






