Быйма матур, быйма ҡупшы
Быйма һәр саҡ йылы.
Быйма кеүек ҡупшы килһен
Быйылғы Ат йылы.
Беҙ кейәбеҙ быймалар
Быймалар ышаныслы.
Быйма булғанда һан юҡ
Итектәргә ҡуныслы.
Быйма – элек- электән рус аяҡ кейеме булып һанала, ләкин ул йылы һәм уңайлы аяҡ кейеме булыу сәбәпле бар милләттең дә яратҡан ҡышҡы яаҡ кейеменә әйләнгән. Иң ҡаты һалҡындар ҙа ҡурҡыныс түгел, шуға күрә беҙҙә быймаларҙан да яҡшыраҡ аяҡ кейеме табыуы ауыр. Оҫтаның ҡулдары менән эшкәртелгән таҙа һарыҡ йөнө кешегә сәләмәтлек, көс һәм күңел тыныслығы бирә.
8 ғинуар, Ибрай мәҙәниәт йорто алдында “Эх, быймаһы ла, быймаһы” исемле быйма байрамы уҙҙы. Инде йолаға ингән сараға килеүселәр ике командаға бүленде. “Ҡар бөртөктәре” һәм “Спартак” командалары “Быйманы тапшыр”, “Быйманы алыҫлыҡҡа елләү”, “Ҡулға быйма кейеп атлау”, “Сәпкә -быйма”, “Быйма кейеп туп тибеү”,”Быйма аша һикереү”, “Ат сабыштырыу”, “Быйма менән оҫта бейеүсе” уйындарында көс һынашты. Көсөргәнешле ярышта “Спартак” еңеүсе тип табылды.
Байрамда ниндәй генә быймалар юҡ ине: 41 йыл тарихы булған һәм ҡомартҡы, күп тишекле, төпләнгән йәки ямалған, ҡыҫҡа һәм оҙон ҡуныслы, иң бәләкәй һәм иң ҙур быйма бар ине.
Баһалама ағзалары оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң, номинациялар ошолай билдәләнде:
“Тарихлы быйма” – 41 йылдан ашыу тарихы булған быйма менән таныштырҙы Иҙрисова Гөлбаныу апай;
“Иң ҙур быйма” – Ҡолмөхәмәтова Сәүиә;
“Иң бәләкәй быйма” – Ҡыҙрасова Мәликә, Кәримов Айзилә;
“Иң матур биҙәлгән быйма” – Шамсутдинова Әминә, Ҡолмөхамәтов Вилнур, Ҡолмөхәмәтова Лиана, Ҡолмөхәмәтов Ғазинур;
“Матур итеп төпләнгән йәки ямалған быйма” – Шамсутдинов Мәхмүт;
“Быйма кейеп етеҙ бейеүселәр” – Ҡолмөхәмәтов Нурғәле, Ҡолмөхәмәтова Лиана һәм Вилнур.
Ҡатнашыусылар барыһы ла йырлап – бейеп, биҙәлгән быймаларын яҡлап, иҫтәлеккә бүләктәр алып таралышты. Байрам сараһы барыһының да күңеленә хуш килде.










