9 ғинуар, Ибрай мәҙәниәт йортонда студенттар менән “Сәләм студент!” исемле осрашыу ойошторолдо.
Студент саҡ – кеше тормошоноң сағыу, күңелле ваҡиғалары, яңы танышыуҙарға бай, күркәм бер осоро. Яуаплы һәм хәл иткес, сөнки ата-әсә ҡарамағынан сығып, күпмелер дәрәжәлә үҙаллы тормош башлайһың, киләсәктә тамағыңды туйҙырасаҡ, ғүмереңде бағышлаясаҡ һөнәр алаһың, белем туплайһың. Нисек кенә булмаһын, студент саҡтар бөтә замандарҙа ла хәтирәләргә бай, ғүмерзең эскерһеҙ, хыял- өмөттәргә тулы, дәртле йылдарының береһе булып ҡала.
Быйыл да осрашыу һағыныу хистәре һәм йылылыҡ бөркөп торған дуҫтарса аралашыу булараҡ күңелле үтте. Башта улар үҙҙәренең уҡыуы, уҡыу йорттары, студент тормошоноң ҡыҙыҡ мәлдәре, ҡайһы бер ауырлыҡтары хаҡында һөйләнеләр.
Сара барышында студенттар һәм уҡыусылар төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар аша белемдәрен күрһәттеләр. Ятаҡта йәшәү шарттары, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар, стипендия хаҡында мәғлүмәттәр алды йәш дуҫтарыбыҙ.
Осрашыу студенттарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу һәм дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды.
Студент осороғоҙҙоң ҡәҙерен белегеҙ, тип әйтке килә бөгөн төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәргә.
Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, студенттар!