Башҡорт теле көнө алдынан, Ибрай мәктәбенең урта класта уҡыған уҡыусыларына “Рухым сәңгелдәге һин, телем” исемле китапхана дәресе үткәрелде.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Уҡыусыларҙы Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады, уның китаптары менән таныштырҙым.
Сарала уҡыусылар мәҡәлдәрҙең аҙағын дауам иттеләр, шаян һорауҙарға яуап бирҙеләр, ребус систеләр( әкиәттәрҙең исемдәрен белергә), ” Бер һүҙ менән әйт”кеүек уйындарҙа ла ҡатнаштылар.
Шулай итеп, тыуған телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға, уға тоғро булып, һүҙҙәрҙе боҙмайса, саф башҡорт телендә һөйләшергә тейешбеҙ. Быны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, халҡыбыҙ ҙа йәшәр, Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атыр.
Аҙаҡтан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Хәкимйән ҡыҙы ауыл китапханаһына үҙенең китаптарын бүләк итте.
Кисәнән барыһы ла ҡәнәғәт таралышты.