1 декабрь, Ибрай моделе китапханасыһы һәм мәктәп китапханасыһы 9 – 10 класс уҡыусыларына “СПИД -ғүмер өсөн хәүеф” исемле иҫкәртеү сәғәте үткәрҙеләр.
СПИД – иң ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Нисә йыл инде медицина уға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар уйлап таба алмай. Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә.
Ҡыҙғанысҡа күрә, был хәүефле сир көндән-көн кешеләрҙең ғүмерен өҙә. Китапханасылар ВИЧ-инфекцияны йоҡтороу юлдары, уға ҡаршы көрәш һәм уны дауалау алымдары, ауырыуҙы иҫкәртеү саралары тураһында әңгәмә ҡорҙо, ошо сир ғүмерҙәрен ҡырған билдәле музыканттар, яҙыусылар, спортсылар тураһында һөйләнеләр.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Башҡа кеше ҡаны булған предметтарға тейергә ярамай, айырыуса ҡулдарыңда яра булғанда. Урамда табылған шприцтар айырыуса хәүефле. Һәр кешенең үҙ теш щеткаһы, маникюр ҡайсыһы, ҡырынғысы булырға тейеш. Был гигиена ҡағиҙәләрен һәр кем үтәүе мөһим. Ҡолаҡтарҙы тиштереү, присинг тик косметологта ғына һәм бер тапҡыр ҡулланылыусы инструмент менән генә эшләнергә тейеш. ВИЧ-инфекциялы кешеләр менән дуҫлашыу, бергә уҡыу, бассейнға йөрөү бөтөнләй хәүефһеҙ. Һеҙҙең һәм балаларығыҙҙың һаулығы тик һеҙҙең ҡулда. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!