22 июнь, Ибрай моделле китапханаһы, обелиск янына, балаларҙы “Хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек” исемле сараға йыйҙы.

1941 йылдың 22 июне – илебеҙ тарихындағы иң ҡараңғы даталарҙың береһе – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө, Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Был көндө бөтә ил буйынса һуғышта ҡатнашыусыларҙы, яу яланында әйләнеп ҡайтмағандарҙы иҫкә алыу саралары үтә.

Бөйөк Ватан һуғышында Ибрай ауылынан 124 кеше ҡатнаша. Тик күптәренә үҙҙәре бүләк иткән тыныс тормошҡа ҡайтыу насип булмай – беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ хаҡына 63-ө башын һала. Үкенескә күрә яу яланын ҡайтҡандар сафы ла бөтөнләй ҡалманы.

Обелискта бер яҡта – яу яланында ҡалған, ә икенсе яртыһында иҫән- һау ҡайтҡан яугирҙәр исемлеге мәңгеләштерелгән.

Балалар менән яугирҙәрҙе иҫләп обелискка сәскәләр һалдыҡ.

Беҙ Бөйөк Ватан һуғышының бөтә ауырлыҡтарын үтеүселәрҙе, киләсәк быуындар тыныс тормошта йәшәһен өсөн йәнен- тәнен аямай хәрби һәм хеҙмәт батырлығы күрһәтеүселәрҙе сикһеҙ ихтирам менән иҫкә алабыҙ.

Тыуған ерен һаҡлап ҡалған данлы ил һаҡсыларын онотмайбыҙ!

Улар мәңге онотолмаҫ!