15 октябрь, Ибрай моделе китапханаһында 8 класс уҡыусыларына ” “Батырҙар беҙҙең арала” исемле илһөйәрлек сәғәте үтте.
Уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата- бабаларыбыҙға арналған обелиск янында уларҙы иҫкә алып, фотоға төштө.
Әлеге ваҡытта хәрби операцияла йөрөүсе улдарым тураһында һөйләнем, уларҙың грамоталарын, фотоһурәттәрен, улар хаҡында китап күрһәттем.
Тағы ла китапханасы балаларға махсус хәрби операциялағы яугир яҡташтарыбыҙ, уларҙың батырлығы, тыуған илде һаҡлау ир- егеттең изге бурысы булыуы тураһында һөйләне.