6 май Ибрай моделе китапханаһы
” Шаңлы йылдар, данлы юлдар” исемле күргәҙмә тәҡдим итте.
Бөйөк Ватан һуғышының тулы һынауҙары алыҫта ҡалды. Әммә улар хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә, был ҡурҡыныс фәжиғәне кисергән кешеләрҙең яҙмыштарында, ветерандарыбыҙҙың хәтирәләрендә йәшәй.
Был күргәҙмәлә һуғыш тураһында китаптар, ветерандарға бағышланған альбомдар, гәзит биттәрендә баҫылған материалдар, граммоталары, миҙалдары һәм документтары урын алған. Шулай уҡ күргәҙмәлә яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Хайбуллин Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы хаҡында ла бик күп мәғлүмәттәр бирелгән. Тағы ла күргәҙмәлә һуғыш ветераны, яҙыусы – Зәкир ағай Исхаҡовтың шиғырҙары тәҡдим ителде
1945 йылдың Еңеү яҙынан алыҫлашҡан һайын беҙ еңеүсе халыҡтың тиңһеҙ ҡаһарманлығы бөйөклөгөн яҡшыраҡ аңлайбыҙ, ул йөҙәр йылдан һуң дә һынмаҫ түҙемлек һәм батырлыҡ кәүҙәләнеше булып торасаҡ.
Беҙ улар менән һаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ!