16 октябрь – Халыҡ-ара икмәк көнө.
Ибрай мәҙәниәт йортонда “Әхирәттар” клубы ағзалары менән “Икмәк – ил байлығы” исемле тематик сәғәт үткәрелде.
2006 йылдан башлап Халыҡ-ара икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙар союзы инициативаһы буйынса Бөтә донъя икмәк көнө байрам ителә.
Сара Ә.Атнабаевтың ” Ҡара икмәк” шиғыры менән башланды. Икмәк тураһында шиғырҙар, әйтемдәр, мәҡәлдәр әйтелде. Аҙаҡтан сараға килеүселәр менән сәй эсеү ойошторолдо.