7 апрель – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө.
5 апрель Ибрай моделле китапханасыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төрлө йәштәге балалар өсөн сәләмәтлек көнөнә арналған “Сәләмәт тәндә, сәләмәт рух”исемле хәрәкәтле уйындар үткәрҙе. Балаларға был көндө билдәләүҙең әһәмиәте тураһында һөйләгәндән һуң, балалар ике төркөмгә бүленеп етеҙлектә ярыштылар: “Кем тиҙерәк?”, “Эстафета”, “Көршәк ватыу”, “Балыҡ тотоу”, Еләк йыйыу” кеүек уйын- ярыштарында ике төркөм дә һынатманы, Хатта ата-әсәләре бәләкәй саҡтарында уйнаған башҡорт халыҡ уйындарын да ихлас уйнап кинәнделәр. Сәмле, күңелле уйындарҙан һуң балалар тәмлекәстәр менән бүләкләнеп, саранан ҡәнәғәт булып таралышты.