Оҙаҡ йылдар был көн Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Ләкин Советтар Союзы тарҡалыу менән байрам рәсмилеген юғалта. Шулай ҙа пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған.
Ҡасандыр рәсми байрам булараҡ иҫәпләнгән 19 майҙы йәш быуын белмәй ҙә тиерлек. Шулай ҙа Ибрай ауылында йылда был байрамды матурлап билдәләп үтәләр.Элекке пионерҙар борғо ҡысҡыртып, барабан һуғып, аҡ кофталар кейеп, ҡара юбкаларҙа, ҡыҙыл галстуктар тағып, ҡулдарҙа флажоктар һәм төҫлө шарҙар тотоп, пионер йырҙарын йырлап ауыл урамынан йөрөп сығалар. Был апайҙарҙың ҡыҙыл галстукҡа булған ихтирамдары менән тоғролоҡтары хәҙер ҙә үҙ көсөндә. Улар һәр ваҡыт әҙер!!!