Сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында Байдәүләт ауылы китапханаһында «Һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа » исемле һаулыҡ сәғәте үткәрелде.
Йәшерен дошман йәки электрон тәмәке тураһында булды был һөйләшеүебеҙ.Табиптар үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең вейптар менән мауығыуы артыу сәбәпле саң ҡаға.Вейп бәлиғ булмағандар организмына ҙур зыян килтерә, уларға дөрөҫ үҫергә ҡамасаулай, киләсәктә күп кенә ҡурҡыныс сирҙәр барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын арттыра. Был хаҡта һәр кем белергә тейеш. Шуға ла электрон тәмәкенең зарары юҡ, тип уйлаусылар бик ныҡ яңылыша. Сәләмәт йәшәүгә ни етә?!Һаулығың – байлығың, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һау саҡта һәр атҡан таңың, көнөң матур, сағыу күренә, ниндәйҙер эштәр башҡарыла, ашаған аҙығың да татлыраҡ, тәмлерәк була. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ икәнен онотмай, һаулыҡтың ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙгә яҡшылыҡ ҡылып йәшәйек.




