3 июль, Ибрай моделле китапханаһы балаларҙың юл ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен нығытыу, арттырыу маҡсатында ” Беҙ, юл ҡағиҙәләрен беләбеҙме?”исемле сара ойошторҙо. Улар йомаҡтар систе, “Ярай, ярамай” уйыны уйнанылар, юл билдәләренең тәғәйенләнешен аңлатты, төрлө ситауацияларҙан сыҡты.
Шуныһы ҡыуаныслы, балалар тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған светофорҙың ҡыҙыл утында мотлаҡ туҡтарға, һары ут янһа-  ҡуҙғалырға әҙерләнергә, йәшел утта иһә юлды дауам итергә мөмкин икәнлеген, юл аша сыҡҡанда тирә-яҡҡа күҙ һалып, машина булмаған осраҡта ғына сығырға кәрәклеген яҡшы белә.
Иң мөһиме – балалар ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ярамай, шуға ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, һәр саҡ иғтибарлы булырға кәрәк тигән һығымтаға килде.
Балалар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлектәрен булдырмайыҡ! Ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ, юлдарҙа иғтибарлы, йәйәүлеләргә ҡарата хөрмәтле булығыҙ.