8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә.
2010 йылдан башлап билдәләнгән был яҡты байрамдың символы – аҡ сәскә.
Ромашканың аҡ таждары элек-электән мөхәббәт һәм татыу ғаилә билдәһе булған.
Китапханасы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм “Әхирәттәр” клубы ағзалары ” Ғаилә символы” исемле флешмобта ҡатнашты.
Матур байрам менән һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙ һәр ваҡыт имен торһон, йортоғоҙҙа мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен!
Бәхет бер ҡасан да һеҙҙе һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ташлап китмәһен!
Ғаилә — ул тормошобоҙҙоң иң мөһим ҡиммәттәренең береһе. Ғаиләлә беҙ мөхәббәт, хөрмәт, ярҙам, аңлау, татыулыҡ кеүек сифаттарға өйрәнәбеҙ. Бер-береңә терәк булыу, шатлыҡ-ҡайғыны бергә бүлешеү, бергәләп ваҡыт үткәреү ғаиләне нығыта.



