31 июль, Ибрай моделле китапханасыһы балаларға “Нимә ул дуҫлыҡ?” исемле китапхана дәресе үткәрҙе.
Был сараның маҡсаты: балаларҙа намыҫ, аҡыл, әҙәп, сабырлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, дуҫлыҡ тураһында белемдәрен арттырыу, дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты һаҡлай белеү, коллективта үҙеңде тота белеү, бер- береңә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, хөрмәтләргә өйрәтеү, дуҫлыҡ ҡағиҙәһен иҫтә тотоу.
Сара “Ысын дуҫ ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға яуап биреүҙән башлады ( ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы, ҡыйыу, ғәҙел, талапсан, көнләшмәҫкә тейеш, насар һүҙҙәр һөйләмәҫкә һ.б.)
Эйе дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Класташың, ата- әсәйең, һиңә ышанған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең. Шулай итеп, дуҫлыҡ ғаиләлә башлана.
Балалар татыулыҡ ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, дуҫлыҡ тураһындағы мәҡәл- әйтемдәрҙе ҡабатланы, үҙҙәренең дуҫтарын һөйләп киттеләр. Һөҙөмтәлә, улар дуҫтары менән татыу булырға, кәңәштәр бирергә, бер- береһенә һәр ваҡыт ярҙам итергә кәрәк икәнен аңланы.