10 октябрь, Ибрай мәҙәниәт йортонда республика көнөнә арналған “Сәскә ата Башҡортостан” исемле сара ойошторолдо. Сараның тәүге өлөшө Ибрай урта мәктәбендә балаларҙың сығышы менән башланды. Ә икенсе өлөшөндә йәрминкә уҙғарылды.Көҙгө муллыҡ йәрминкәһен халыҡ һәр ваҡыт көтөп ала. Көн һыуыҡ булһа ла, был юлы ла кеше күп килде.
Йәрминкәгә килеүсе һәр кем үҙ ихтыяжына, зауығына тура килгән нимәһен һатып алып, ҡышҡылыҡҡа запас туплап ҡыуанып ҡайтты.
Шуныһы ҡыуаныслы, йәрминкәлә ололар ҙа, балалар ҙа әүҙем ҡатнаша.