12 октябрь, Байдәүләт ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһында әүҙем ҡатнашты. Акция сиктәрендә, Сереғол ауылы мәҙәниәт усағы янындағы баҡсаға, ағас үҫентеләре ултыртылды.
Йәшеллек ауылдарҙы йәмләй. Шуның өсөн бындай акцияларҙа ҡатнашыу ауылыбыҙ киләсәге һәм матурлығы өсөн мөһим роль уйнай. Экологик акцияларға ҡушылып тәбиғәтебеҙҙе һаҡланыҡ, яҡлайыҡ!