Эй, ҡурайым!
Һиндә – илем тауҙары,
Аҡ томанлы юлдары.
Минең тыуған халҡымдың
Мәңге шиңмәҫ моңдары.

9 октябрь Ибрай моделе китапханаһында “Ҡурай моңо мәңге йәшәһен!” исемле тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте үтте.
Сарала Ибрай урта мәктабенең 3,4 класс уҡыусылары ҡатнашты. Балалар ҡурай тураһында бик күп мәғлумәттәр алдылар.
Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары араһында иң данлыҡлыһы – ҡурай. Был музыка ҡоралы башҡорттарҙың рухи мәҙәниәте алыҫ мең йыллыҡтар төпкөлөнән килгән ҙур тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ҡурайҙа халыҡтың йәне, йөрәге, хыялы, мөхәббәте, йәшәү дәрте, көсө, ҡеүәте сағылыш тапҡан.
Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.
Ейәнсура – данлыҡлы ҡурайсылар төбәге. Улар араһында беҙҙең ауылдан сыҡҡан ҡурайсылар ҙа бар. Бына улар: Ғүмәр Хөсәйенов, Әхмәтсәлим Яҡупов, Әмир Яҡупов.Улар Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда сығыш яһайҙар һәм “Халыҡ ансамбле” исемен яулайҙар . 12 тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ булалар.
Уҡыусыларға “Көйлө халыҡ, иткән ҡурайым!” Исемле китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Шул уҡ ваҡытта, китапханасы беҙҙең яҡтарҙа үҫкән ысын ҡурайҙы күрһәтте һәм ҡурайҙы нисек эшләү серҙәрен балаларға төшөндөрҙө. Уҡыусылар тотоп та, уйнап та ҡаранылар.
Тағы ла балаларға ҡурайға ҡуйылған һәйкәлдәр тураһында ла мәғлүмәттәр еткерелде.
Сарала ҡатнашыусы, мәҙәниәт етәксеһе Азамат Ҡолғарин үҙенең ҡурай түңәрәгендә йөрөп, ҡурай уйнарға өйрәнеүен һөйләп китте.
Балаларҙы ҡурайҙа уйнарға ҡыҙыкһындырҙы.
Ҡурай, башҡорт халҡының ғорурлығы булған ҡурай, әле лә туған халҡын емешле ижадҡа дәртләндерә, яңы, киң, иркен юлдарға саҡыра. Сөнки ҡурай – данлы халҡымдың данлы үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә. Халыҡ моңһоҙ йәшәмәй, ә моң – илһамлы дәрт сығанағы.