Башҡортостан беҙҙең азатлыҡтың,
Берҙәмлектең ныҡлы ҡалҡаны,
Уралдағы барлыҡ милләттәргә
Һин атайсал, дуҫлыҡ Ватаны!
9 октябрь ,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасы, уҡытыусылар һәм уҡыусылар меңән берлектә, Ибрай мәктәбе янында Республика көнөнә арналғән “Гүзәл ерем Башҡортостан” исемле сараға йыйылды.
Был көндө мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ауылдаштарға йәрминкә ойошторҙолар. Өҫтәлдәрҙе үҙҙәре бешергән тәмлекәстәр, йәшелсәләр, еләк- емештәр, төрлө һындар биҙәне.
Артабан байрамды 6 – сы класс уҡыусыларының сығыштары дауам итте. Тағы ла 2-се класс уҡыусылары ла ҡотлауҙарға ҡушылды.
Байрамда “Һүрәм” халыҡ фольклор ансамбле, Илшат Күсербаев ауылдаштарға үҙҙәренең йырҙарын тәҡдим итте.
Беҙҙең гүзәл Башҡортостаныбыҙ нығынһын һәм сәскә атаһын, һәр кеше тыуған ерендә үҙенең мөмкинлектәрен аса алһын.




