21 ноябрь, Ибрай моделе китапханаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Бөтә донъя сәләмләү көнөн билдәләп үтте.
Бөгөн күп илдәрҙә был көн уйын-байрам формаһында үтә. Шарттары ябай: 21 ноябрь таныш булмаған кешеләрҙе ихлас сәләмләү. Урамдан үтеп барыусыларға мөмкин тиклем күберәк “Сәләм” йәки “Хәйерле көн” тип өндәшергә. Ошо көнгә тиклем был байрам тураһында белмәгәндәрҙе төшөндөрөү, уларҙы ҡатнашырға саҡырыу.
Мосолмандар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул биреп күрешә. “Ике мосолман ҡул биреп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем, уларҙың кескәй гонаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр”, – тигән Мөхәммәт пәйғамбәр.
Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ы – беренсе булып сәләмде биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарғанға була.
Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт түгел. Көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе лә ҙур.
Йылына бер тапҡыр булһа ла донъя мәшәҡәттәрен онотоп, ихлас аралашһаҡ, ниндәй һәйбәт булыр ине. Мәҫәлән, үтеп барған бала – ололарҙың, һатыусылар – һатып алыусыларҙың хәлен белешһә, ҡосаҡлашып күрешһә…
Ошондай матур күренеште күҙәткән һәр кешенең күңеле, һис шикһеҙ, күтәреләсәк.






