22 ноябрь көнө, район мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә арналған “Дебет шәл – Башкирская пуховая шаль” асыҡ бренд фестивале үтте. Был сарала күрше райондарҙан: Күгәрсендән, Мәләүездән, Стәрлебаштан, Хайбулланан килгән шәл оҫталары ҡатнашты.
Башҡорт дебет шәле тураһында иң яҡшы художестволы номер конкурсында барлыҡ ауыл биләмәләре лә сағыу номерҙар менән сығыш яһаны. Байдәүләт биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сығыш яһап – 1 урынға сыҡты. Шәлгә ысын мәғәнәһендә дан йырланды.
Байдәүләт биләмәһе шәл оҫталарының кәзә дебетенән бәйләнгән иң матур шәлдәрен , косынкаларын, бейәләйҙәрен, носкиҙарын һәм башҡа ҡул эштәрен “Күңелем биҙәктәре” исемле күргәҙмә итеп ойоштороп, район баһалама ағзаларына тәкдим итте. Шулай уҡ Батталов Раул ағай шәл эшкәртеү ҡоралдарын эшләү оҫтаһы булараҡ үҙ күргәҙмәһен халыҡҡа тәҡдим итте.Уға ошо күргәҙма өсөн – 1 урын, диплом, 5000 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙылар.. Раул ағайҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Тағы ла ошо фестивальгә, үҙҙенең ҙур шәлен, Идрисова Илсөйәр конкурсҡа тәҡдим иткәйне һәм ул еңеүсе, Грантҡа лайыҡ булды.
Ошо сарала актив ҡатнашҡан шәл оҫталарына, апайҙарға, еңгәйҙәргә ҙур рәхмәт! Һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ.