Быйма матур, быйма ҡупшы
Быйма һәр саҡ йылы.
Быйма кеүек ҡупшы килһен
Быйылғы йылан йылы.
Беҙ кейәбеҙ быймалар
Быймалар ышаныслы.
Быйма булғанда һан юҡ
Итектәргә ҡуныслы.
7 ғинуар, “Эх быймаһы ла, быймаһы” исемле Ибрай ауылында инде йолаға әүерелгән быйма байрамы уҙҙы. Уларҙы данлау һәм маҡтау өсөн ауыл халҡы Ибрай мәҙәниәт йорто алдына йыйылды.
Сараға килеүселәр ике командаға бүленеп төрлө конкурстарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнаштылар. “Ҡар бөртөктәре” һәм “Алға” командалары “Быйма бәреү”, “Быйма тапшыр”, “Ҡулға быйма кейеп атлау”, ” Сәпкә-быйма”, “Быйма аша һикереү”, “Ат сабыштырыу”, “Быйма менән оҫта бейеүсе” уйындарында көс һынаштылар. Көсөргәнешле ярышта “Ҡар бөртөктәре” командаһы еңеүсе тип табылды.
Быйма байрамында ниндәй генә быймалар юҡ ине: 40 йыл тарихы булған һәм ҡомартҡы, тишекле, төпләнгән йәки ямалған, ҡыҫҡа һәм оҙон ҡуныслы , сувенер быймалар бар ине.
Баһалама ағзалары бик көсөргәнешле бәхәсләшкәндән һуң,номинацияларҙа түбәндәгеләр билдәләнделәр:
Тарихлы быйма – Иҙрисова Гөлбану апай( 40 йылдан ашыу тарихы булған быйма менән таныштырҙы);
“Иң матур биҙәлгән быйма” – Мырҙабаева Асия апай, Кинйәбулатова Зөләйха апай; “Иң ҙур быйма” – Мырҙабаева Минибикә апай; “Иң бәләкәй быйма” – Каримова Айзилә; “Быйма тураһында таҡмаҡ сығарыусы” – Мырҙабаева Асия апай; “Быйма кейеп етеҙ бейеүселәр” – Мырҙабаева Асия һәм Мырҙабаева Минибикә апайҙар.
Ҡатнашыусылар барыһыла йырлап- бейеп, биҙәлгән быймаларын яҡлап, иҫтәлеккә бүләктәр алып таралыштылар.
Байрам сараһы барыһының да күңеленә хуш килде.
Түбән остан берәү килә
Аяҡтарында быйма.
Беҙҙә ҡыштар һыуыҡ була
Быймаңды ташлап ҡуйма.