Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы, бигерәк тә был байрамды балалар түҙемһеҙләнеп көтөп алалар. Сөнки яңы йыл ул – шат тауыштар, бүләктәр, тәмлекәстәр, күңелле байрам кәйефе. Беҙҙең Байдәүләт ауылы мәҙәниәт йортонда ла мөғжизәгә бай, яңы йыл иртәлеге үтте. Төрлө костюмдар кейгән балалар шыршы тирәләй бейене, төрлө уйындар һәм конкурстарҙа күңелле итеп ҡатнаштылар. Байрам аҙағын
да барыһы ла матур бүләктәр алып ҡыуанды.