11 ғинуар, Ибрай ауылында, Муйыл төбәктә шаулап – гөрләп “Шыршы” байрамы үтте. Инде йолаға әйләнгән күңелле сараны үткәреүгә Юлиә һәм Нурғәле Ҡолмөхәмәтовтар күп көс һалды. Уларға ҙур рәхмәт, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Башҡа йылдарға ҡарағанда килеүселәр әҙерәк булһа ла, байрам бик күңелле үтте. Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй бейеү, ҡыҙыҡлы ярыштар, уңған хужабикәләр бешергән тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эсеү, уйын – көлкө барыһына ла оҡшаны.

Илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын, барыбыҙ ҙа һау – сәләмәт булайыҡ, киләһе йылдарҙа тағы ла шыршы янында осрашырға яҙһын тип таралыштыҡ.