11 ғинуар, Ибрай моделе китапханасыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙаре “Студент саҡ, дәртле саҡ” исемле студенттар менән осрашыу ойошторҙо.
Студент саҡ – кеше тормошоноң сағыу, күңелле ваҡиғаларға, яңы танышыуҙарға бай, күркәм бер осоро. Яуаплы һәм хәл иткес, сөнки ата-әсә ҡарамағынан сығып, күпмелер дәрәжәлә уҙаллы тормош башлайһың, киләсәктә тамағыңды туйҙырасаҡ, ғүмереңде бағышлаясаҡ һөнәр алаһың, белем туплайһың. Нисек кенә булмаһын, студент саҡтар бөтә замандарҙа ла хәтирәләргә бай, ғүмерҙең эскерһеҙ, хыял – өмөттәргә тулы, дәртле йылдарының береһе булып ҡала. Бөгөнгө студенттар нисек йәшәй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар биреп, матур осрашыуға йыйылды студенттар.
Эйе, бик күңелле, дәртле, фәһемле осрашыу булды. Йәштәр үҙҙәренең уҡыу йорттары тураһында матур итеп һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө, аңлайышлы итеп яуап ҡайтарҙылар, студент тормошоноң ҡыҙыҡлы осорҙарын иҫләнеләр.
Кисә аҙағында студенттар һәм ҙур класс уҡыусылары төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар, мәҡәлдәр аша белемдәрен күрһәттеләр. Шулай итеп, “Барлыҡ һөнәр ҙә яҡшы, барлыҡ һөнәр ҙә кәрәк” икәненә төшөндө уҡыусылар.
Студент осороғоҙҙоң ҡәҙерен белегеҙ, тип әйтке килә бөгөн төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәргә. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, студенттар!