13 февраль, Ибрай мәҙәниәт йортонда, Байдәүләт ауыл хакимиәтенең 2024 йыл буйынса отчет йыйылышы уҙҙы. Биләмә башлығы Ҡолмөхәмәтов Шәһит Ғимран улы башҡарылған эштәргә, йыл буйына ойошторолған сараларға, финанс сығымдар, ППМИ программаһына һәм башҡа төрлө биләмә хәлдәре, проблемалары тураһында дөйөм сығыш яһаны. Киләсәккә алынған эш пландары, маҡсаттары менән таныштырып үтте. Артабан район Советы депутаты Хайбуллина Резеда Факил ҡыҙы, полицияның участка вәкиле Аллабердин Вәкил Сәләхитдин улы, мәктәп директоры Иҙрисов Зөфәр Мөхәррәм улы, янғын хәүефөеҙлеге инспекторы Муллаҡаев Альберт Рәшит улы сығыш яһанылар.
Етәкселәр менән күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшергә мөмкинлек биргән, фекер-тәҡдимдәрен еткерергә, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуаптар алырға мөмкин булған йыйылыштан халыҡ ҡәнәғәт ҡалды. Ауылдың көнүҙәк проблемаларын ишеткән етәкселәр халыҡ мәнфәғәтендә эшләр өсөн наказдар, пландар алды.
Сара аҙағында биләмәнең иң әүҙемдәре билдәләнеп, район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе башлығы исеменән дипломдар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Райондың маҡтау ҡағыҙҙары хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мырҙабаева Асия Ситдыҡ ҡыҙына, Сирғол балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Аҙнағолова Зифа Рәшит ҡыҙына, үҙэшҡыуар Абизов Арслан Ишбулды улына бирелһә, ауыл хакимиәте мәҙәниәт хеҙмәткәре Искәнйәрова Фәниә Шәкир ҡыҙын, ауыл старосталары Аҙнағолов Илдар Сәлимгәрәй улын, Ҡолмөхәмәтов Нурғәли Әхмәтғәли улын, “Һүрәм” халыҡ фольклор ансамблен, “Хәтирә” фольклор ансамблен тәбрикләне.
2025 йыл да тик уңыштар килтерһен.