Ибрай моделле китапханаһы” Китапты яратып бүләк ит!” акцияһына ҡушылды.
14 февраль – Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө.
Яңы булыуы ла мөһим түгел. Төп маҡсат – китаптарға мөхәббәт уята. Етмәһә, беҙҙең китап кәштәләрендә туҙан йыйып торған китап кемгәлер ҡыҙыҡлы, файҙалы булырға мөмкин.
Инде өйҙә уҡылып, тик ятҡан китаптарҙы китап уҡыусыларыбыҙ башҡалар ҙа ҡуллана алһын, икенсе тормош менән йәшәһен өсөн китапханаға бүләк иттеләр. Бына улар: аҙык- түлек министрында инженер булып эшләгән, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда, Өфөлә йәшәүсе – Мырҙабаева Шәрифә Ситдыҡ ҡыҙы; Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, район мәғәриф бүлегендә методис булып эшләүсе – Ҡансурин Байрас Фәтих улы; Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәусе – Зәйнуллина Ләлә Ғимран ҡыҙы; Ибрай ауылында йәшәүсе, пенсионер – Ғүмәров Ғәли ағай.
Шундай изге эш өсөн, уларға ҙур рәхмәт!