17 февраль, Ибрай моделле китапханаһы 2 класс уҡыусыларына Яугир- интернационалисттар көнөнә бағышланған “Афған ере- йөрәк яраһы” исемле патриотик сәғәт үткәрҙе.
15 февраль – Совет ғәскәрҙәренең Афғанастандан сығарылыуына 36 йыл тулды.
Был ваҡиға Советтар Союзы өсөн ун йыл тиерлек дауам иткән һәм 15 меңдән ашыу совет гражданының ғүмерен алған.
Афған! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау- ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа. Бер кемгә лә хәбәр ителмәгән һуғыш 9 йыл 1 ай һәм 19 көн дауам итә.
Китапханасы балаларҙы “Афған һуғышы хәтирәләре” исемле күргәҙмә менән дә таныштырҙы.
Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә ҡан ҡойғос һуғыштар тураһында беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ. Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен!