25 февралдә республикабыҙҙа Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Ошоға арнап, Ибрай мәктәбенең 2 класс уҡыусыларына ” Башҡортостан флагы” исемле тарихи сәғәт үткәрелде.Улар Башҡортостандың дәүләт символдары тураһында белемдәрен арттырҙылар. Башҡортостандың флагын өс төҫ биҙәй. Флагтағы зәңгәр төҫ-Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының асыҡлығын, изгелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын, аҡ төҫ-республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, эскерһеҙлеген, үҙ – ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, йәшел төҫ – иректе, тормоштоң мәңгелеген аңлата.
Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы,уның аҡ буй уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә йәшәүсе халыҡтың берләшеүенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы символлаштыра.
Сара аҙағында уҡыусылар Башҡортостан флагын һүрәт итеп төшөрҙөләр.