2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операциялар ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.
Белеүебеҙсә, республикабыҙҙа, районыбыҙҙа махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү йәһәтенән ҙур һәм маҡсатлы эштәр алып барыла. Шул йәһәттән Ибрай ауылы моделле китапханасыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, әлеге ваҡытта махсус операцияла йөрөусе Күсәрбаев Зиннәт Мырҙағәли улының әсәһе Фәрхәнә Алламорат ҡыҙын 8 март ҡатын- ҡыҙҙар көнө менән ҡотланылар..
Боронғо замандарҙан уҡ ер-һыуыңды һаҡлау, Ватан һаҡсыһы булыу иң дәрәжәле, абруйлы ғәмәлдәрҙән һаналған. Ир-егеттәр өсөн унан дә изгерәк бурыс юҡтыр, шуға күрә махсус хәрби операция башланғас та үҙ теләге менән яу яланына ашыҡҡан, күңел ҡушыуы буйынса контракт төҙөгән яугирҙәрҙең береһе ул – Зиннәт Мырҙағәле улы Күсәрбаеа
Ил өсөн иң ауыр мәлдә, уның именлегенә хәүеф янағанда ҡулына ҡорал алып уны һаҡларға баҫҡан яугирҙәр һәм уларға һәр йәһәттән терәк- таяныс булған ғаилә ағзалары – атай-әсәйҙәре, ҡатындары, балалары иң ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Эйе, Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай. Бөтәбеҙҙе лә бер теләк берләштерә: Ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын һәм яугирҙәребеҙ еңеү яулап, уларҙы көткән яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ҡалабыҙ.