1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләргә ҡарар ителә. Беренсе Бөтә донъя шиғриәт көнө Парижда үтә. Шиғриәт илдәрҙе, халыҡтарҙы, мәҙәниәтте берләштерә, кешеләргә бер-береһен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Шиғри юлдарға һалынған уй-хистәр быуаттар дауамында йөрәктәребеҙгә үтеп инеп, беҙҙең ҙур бер ғаилә булыуыбыҙҙы, әммә һәммәбеҙҙең төрлө, ә шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙгә оҡшаған булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрә.
Ибрай моделле китапханасыһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошо байрамґа́ бағышлап, ауылдашыбыҙ, яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Хакимйән ҡыҙы Аҡбутина менән “Шиғриәт менән донъя яҡты” исемле осрашыу ойошторҙо. Ул үҙенең бер-нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Земфира Хакимйән ҡыҙының үткер ҡәләме, сағыу образдары тураһында гәзит-журнал биттәрендә, интернет селтәрендә баҫылған шиғырҙарын уҡып беләбеҙ. Ә бына шағирәнең үҙе менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу бер нимәгә лә етмәй.
Хөрмәтле шиғыр һөйөүселәрҙе Бөтә донъя шиғриәт көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Донъя именлеге, күңел көрлөгө, илһамлы ижад, яңынан-яңы уңыштар теләйем.
Шиғырҙар яҙмаһаҡ та,шиғри күңелле булып ҡалайыҡ – яратып йәшәйек.