Бала саҡты иҫләп төндәрендә
Уйҙарымды уйлап уйылам
Үткәндәрем керһә төштәремә,
Күҙ йәшемә буҫығып быуылам.
Сабаталар кейеп, көтөү көттөк
Бушлай түгел -тамаҡ хаҡына.
Һыйыр егеп игендәрен иктек,
Шул турала һүҙем саҡ ҡына…

“Онотмайыҡ бергә саҡтарҙы”, Ошо шиғыр юлдары авторы Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, өс китап авторы Тимерғәли ИСЛАМОВ һәм йәнтөйәгебеҙҙең хәтер хазинаһы Марат Сәйфулла улы – бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.Оло йөрәкле, талантлы, моңло күңел донъяһынан урғылған шиғырҙарын саф күңеллелек менән килгән ҡунаҡтарға еткерҙе ул. Моңло йырҙары ысын мәғәнәһендә барыһын да рухландырҙы , илһам һәм дәрт бирҙе.
Тимерғәли Әхмәтғәли улы Исламов тураһында мәғлүмәт видео, материал менән Марат Сәйфулла улы Түләбәев сығыш яһаны.Хәзирә Миңлеғәли үҙе яҙған«һағынам » шиғырын уҡыһа, Әлфиә Мырҙабаева моңло йырҙарын бүләк итте.
Ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен, илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын, хөрмәтле Тимерғәле Ислам улы , һеҙгә һаулыҡ–сәләмәтлек, ижади уңыштар, донъя именлеге теләйбеҙ. Шиғырҙан айырылмай йәшәргә насип булһын һәммәбеҙгә лә!