Балалар аҙналығының 4-се көнө.
3 апрель, Ибрай моделле китапханасыһы балалар өсөн Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау йылына бағышлап “Ил батырҙарына мәңгелек дан!” исемле патриотик сәғәт үткәрҙе.
Китапханасы Еңеүҙен 80 йыллылығына «Шанлы йылдар, данлы юлдар» китап күргәҙмәһе һәм «Көслө рухлылар» китап күргәҙмәһендә махсус хәрби операция геройҙарына арналған китаптар менән таныштырҙы.
Шулай уҡ “Хәтер”, “Улар Еңеү менән ҡайттылар”, “Тыл ветерандары” исемле китаптар һәм һуғыш ветерандары тураһында альбомдар менән танышып, олатай-өләсәйҙәрен эҙләп таптылар.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары алыҫайғандан-алыҫая бара. Йәш быуын улар хаҡында ишетеп, киноларҙан ҡарап ҡына белә. Илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған аяныслы йылдар тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ, был хаҡта киләсәк быуындар ҙа белергә тейеш. Был йәһәттән ошондай сараларҙың әһәмиәте бик ҙур. Һуғышта ҡатнашҡан яҙыусыларҙың ҡаһарманлыҡ, Тыуған илде һөйөү тойғолары, дошманға ҡарата нәфрәт хисе менән һуғарылған әҫәрҙәрен уҡыу, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙар образдары менән танышыу балаларҙа әҙәбиәткә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уята, илебеҙҙе ҡәҙерләргә, һаҡларға өйрәтә.