4 апрель, Иҫәнсуриндар ауыл мәҙәниәт йортонда концерт менән сығыш яһап, ауылдаштарға бик матур ял бүләк итте. Шуныһы ҡыуаныслы, был концертта Өфө ҡалаһынан ҡәрсәһенә ҡунаҡҡа килгән балаларҙа ҡатнашты. Бына улар: Иҫәнсурин Муса Заһир улы ҡурайҙа уйнаны һәм йырланы, Ишмуллин Тимур үҙенең дәртле бейеүҙәре , оҫта шиғыр һөйләуе менән хайран ҡалдырҙы. .Тағы ла төрлө конкурстарҙа ҡатнашып йөрөүсе Иҫәнсурин Асҡар ҡурайҙа һәм йыр йырланы, Иҫәнсурина Яҙгөл бейеү бейене, Иҫәнғолдан Шамсутдинова Камила фортепианола уйнаны. Концертты Заһир Иҫәнсурин үҙенең дәртле йырҙары менән дауам итте. Шулай уҡ концертта ҡыҙыҡлы интермедиялары , йырҙары менән сығыш яһаны Иҫәнсурина Фәнилә апай, Ҡолғарин Азамат һәм Гүзәл Тукембетова,Шамсутдинова Маһира апай. Иҫәнсурина Гөлнур һәм ҡыҙы Яҙгөл үҙәренең бейеүҙәрен бейенеләр. Ә музыкаль яҡтан биҙәне Өфөнән килеүсе тағы лә бер ҡунағыбыҙ – Салауат Хәлилов.Әртистәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт! Һау – сәләмәт булһындар, артабан да сағыу сығыштары менән халыҡты ҡыуандырһындар!
Тағы ла бер һөйөнөслө яңылыҡ: концерттан килгән аҡсаны әртистәр мәктәптең 100 йыллыҡ юбилейын үткәреү өсөн бүләк иттеләр! Бик ҙур рәхмәт!