Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығының 5 -се көнө. Был көндө балаларға китапханала “Гәзит-журналдар дуҫтарын йыя” исемле сара үткәрелде.Балалар килгән гәзит-журналдар менән таныштылар. Бөгөнгө интернет, гаджеттар заманында, баланы китап һәм гәзит-журналдар уҡырға йәлеп итеү еңелдән түгел. Шуға ла китапханасы гәзит-журналдар тураһында тулыраҡ һөйләп үтте, балалар үҙҙәренә уҡыуҙа кәрәкле, ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр алдылар, шулай уҡ эстәлегендәге ребус, крассвордтарҙы эшләнеләр, төрлө уйындар уйнанылар.