25 апрель,Ибрайҙа “Йәшел Башҡортостан” акйияһы ҙурыраҡ масштабта ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелиск яны, мәсет ихатаһы йәш шыршы үҫентеләре менән тулыланды. Ә быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Ибрай урта мәктәбенең 9-сы һәм 11-се клас уҡыусылары оло датаға арнап мәктәп баҡсаһына балан ҡыуаҡтары ултыртты.
Сарала биләмә башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов, водителе Айрат Изрисов, мәктәп директоры Зөфәр Изрисов, “Ейәнсура таңдары” гәзитенең баш мөхәррире Альмира Әйүпова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, “Әхирәттәр” клубы ағзалары һәм уҡыусылар әүҙем ҡатнашты.
Инде ултыртҡан ағастар гөрләп үҫеп китһен!