5 май район мәҙәниәт йортонда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Еңеү салюты” ауыл биләмәләре араһында халыҡ ижады район фестиваленең йомғаҡлау өлөшө булды.
Был сарала Ибрай моделле китапханасыһы “Быуындар бәйләнеше” исемле күргәҙмәһен халыҡҡа тәҡдим итте.